О школе

Сведения об образовательной организации

Үҙебеҙ тураһында

   44-се һанлы мәктәп 1936 йылда ойошторола. Ул 3 мәктәптән формалаша:21-се - хәҙерге ваҡытта Кустар урамындағы балалар йорто , 23-сө мәктәп,“Йондоҙ” кинотеатры эргәһендәге ағас йорт, 20-се мәктәп - хәҙер Минһажев урамында әле лә эшләй.

   1939 йылда 10 класты тамамлаусыларҙың тәүге сығарылышы була. Бөтәһе
3 унынсы класс була. 1939 йылдың 20 июнендә сығарылыш кисәһе үткәрелә,
унда 100 кеше ҡатнаша. Ул саҡта директор булып Дунаева Фекла
Прохоровна (1937 йылдың 15 сентябренән 1944 йылдың сентябренә тиклем )
эшләй, уҡыу – уҡытыу эштәре урынбаҫарҙары булып Лавров А.А. һәм
Глухов В.А. эшләйҙәр. Тәүге сығарылыш уҡыусыларынан Ивлева Антонина
Александровна математика, Логинов Петр Яковлевич физика уҡытыусыһы
була. 81 уҡыусының 28 “дүртле” һәм “бишле” билгеләренә генә мәктәпте
тамамлай. 1939 йылда тамамлаусыларҙың күбеһе хеҙмәт юлын башлай, бер
нисәһе хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инә. Күп егеттәр, хәрби мәктәптәргә
уҡырға инеп, Ҡыҙыл Армия сафын тулыландыра. Мәктәптең тәүге
комсомолдары йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, шәмбе, йәкшәмбе
өмәләренең башлап йөрөүселәре була. Комсомолдар төрлө кисәләр
ойошторалар, концерттар менән предприятиеларҙа, төҙөлөштәрҙә,
колхоздарҙа сығыш яһайҙар.

   Тыныс хеҙмәт һәм уҡыу гитлерсы Германияның һис көтмәгәндә башлаған
һөжүме менән өҙөлә. 1941 -1945 йылдарҙы эсенә алған Бөйөк Ватан һуғышы
башлана. Мәктәп бинаһында эвакогоспиталь урынлашыу сәбәпле, уҡыу бер
нисә бинала : 21-се, 23-сө мәктәптәрҙә, Цюрупа урамындағы 20-се йортта,
Буденный (хәҙер Минһажев урамы) 21-се, хәҙер балалар йорто урынлашҡан
Кустар урамындағы йорттарҙа алып барыла. Мәктәп бинаһында урынлашҡан
яралыларға 44-се мәктәп уҡыусылары ярҙам итә. Пионерҙар яралылар
исеменән яҡындарына хат яҙалар, уларға бүләктәр бирәләр, концерттар
ойошторалар.

   44-се мәктәп уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҙур эштәр
башҡара. Башҡортостандың төрлө районындарында ауыл хужалығы
эштәрендә, урып- йыйыуҙа эшләйҙәр. Тәүге барыу 1941 йылда Мәләүезгә
ойошторола . Мәләүез кешеләре алдында балалар концерт күрһәтә, ул костер
яҡтыһында уҙа. Йәйҙең ике айында уҡыусылар баҡса һәм баҫыуҙарҙы
утайҙар, бесән сабалар. Йөкмәтелгән эште намыҫ менән үтәйҙәр, премия
алалар, ҡайтҡанда бөтә совхоз кешеләре оҙатып ҡала. Колхоз һәм совхоз
эштәрендә райондарға китеп ярҙам итә алмаған уҡыусылар ҡала янындағы
 икенсе торг хужалығына йәшелсә йыйырға ярҙам итә. 5 -7 класс уҡыусылары
хәрби складтарҙа эшләй. Ике йыл эсендә Дәүләкән районы колхоздарында
бесән сабалар, утауҙа ҡатнашалар, колхозға иген ташыйҙар. Кушнарен
районы Шәрип ауылында иген уралар һәм елгәрәләр. Ауырлыҡтарға
ҡарамаҫтан, пионер сборҙары ойошторалар, госпиталдә концерттар
үткәрәләр, ҡыҙылармеецтар менән ярышалар. Бөтә эштәрҙең башында
комсомолдар тора. 44-се мәктәп бинаһында урынлашҡан госпиталгә шефлыҡ
итәләр, ошонда урынлашҡан китапхананан алып яралыларға китаптар
уҡыйҙар.

   Һуғыш йылдарында бик күп уҡыусылар, мәҫәлән, Егоров Михаил, Федотов
Клим, Бузов Сергей һәм башҡалар фронтҡа китәләр. 1941 йылда үҙ ирке
менән һуғышҡа киткән туғыҙынсы класс уҡыусыһы комсомолец Михаил
Ивановский партизан отрядының командиры була, тиңһеҙ һуғышта
батырҙарса һәләк була. Ул 1944 йылда үлгәндән һуң партизандарҙың 1-се
дәрәжәләге көмөш миҙалы менән наградлана. Уның тураһында мәктәптең
тыуған яҡты өйрәнеү музейында бай материал тупланған. Һуғышта
ҡатнашмағандар, үҙҙәренең тыныс хеҙмәттәре менән төрлө предприятиеларҙа
эшләп, дошманды еңеү өсөн үҙ өлөштәрен индерҙеләр.Ҡайһылары уҡыуын
дауам итә.

   44-се мәктәп һәр ваҡытта ла белем һәм тәрбиә биреүҙең инновацион һәм
алдынғы педагогик уйҙың практик механизмдарын тормошҡа ашыра,
мәҫәлән, Өфө ҡалаһында беренселәрҙән булып 44-се мәктәп уҡыусыларҙы
финанс- экономик йүнәлештә алдан профилгә әҙерләүҙе башланы һәм
“Мәктәп – колледж – юуй(вуз)” системаһына инде, бирелгән система Рәсәй
Федерацияһы Хөкүмәтенең экономика Юғары мәктәбенең юғары кимәле
булып иҫәпләнә,1988 йылдан башлап был проект тормошҡа ашырыла.

   Унан башҡа 44-се мәктәп белем биреүҙә физкультура – спортты үҫтереү
буйынса традицион лидер булып ҡала, (теннис корты, 5 спорт залы, бай
спорт инвентары бар). Мәктәп күп йылдар буйы балалар спорт резервының
20 спорт төрө буйынса туплаусы булып тора.

   Үткән быуын уҡытыусылары һәм етәкселәре тырышлығы арҡаһында 44-се
мәктәп Өфө ҡалаһы белем биреү ойошмаларының иң көслөһө тигән
репутация яуланы. Башҡортостан Республикаһының белем биреү картаһында
мәктәптең үҙенең тарихи урыны бар.

   1984 йылдың 24 сентябренән 1988 йылдың 01 сентябренә тиклем 44-се
мәктәптең директоры булып Ахряпова Клавдия Петровна эшләне. 1988
йылдың 01 сентябренән 2012 йылдың 28 декабренә тиклем 44-се мәктәптең
директоры Александр Леонидович Толстоноженко булды.

   2012 йылдың 28 декабренән 2016 йылдың 30 сентябренә тиклем педагогик
фәндәр кандидаты, доцент, пауерлифтинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры,
федераль кадрҙар һәм белем биреү проекттарының лауреаты, Рәсәй
Федерацияһы Президентының Кадрҙар резервының мөғбир ағзаһы – Оскар
Фәрит улы Латыпов директор була.

   2016 йылдың 28 октябренән Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһы 44-се мәктәптең директоры булып Азат Рафаил улы
Батыршин эшләй.

Задать вопрос

!
!
Отмена